Уҡыусылар ижады
Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романында халыҡ йолалары сағылышы.

Ғилми эҙләнеү.

Башҡорт әҙәбиәтендә тыуған йорт образы.
Диана Багаутдинова,
9 в класс класс уҡыусыһы, 94-се лицей.
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина

Мин донъяның иң йәмле ерендә – Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Республикам тураһында нимәләр әйтеп була һуң? Нимә әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек. Башҡортостаным минең балға, ҡымыҙға, нефткә, күренекле шәхестәргә бай. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева... һәм башҡалар, былар барыһы ла республикамдың ғорурлығы.
Ә тәбиғәте ниндәй уның! Ҡуйы-ҡуйы урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре... Ап-аҡ ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле еләккә бай. Унда ниндәй генә хайуандар юҡ: айыу, төлкө, ҡуян һәм башҡалар. Туғайҙарҙа сәскәләрҙең тәмле еҫенән баш әйләнә. Бында һәр йыл миҙгеле лә үҙенсә матур. Башҡа ерҙә бындай гүзәл тәбиғәт юҡтыр. Был матурлыҡҡа бейеккә менеп ҡараһаң, иҫең китер.
Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.
Тыуған ерем-Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырғыс хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Минең Башҡортостанымдың тыуған теле лә бик матур. Кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Бүздәк районының шишмәһе һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гөнаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә.
Йәйге каникул еткәс, ҡалала йәшәүсе бөтә туғандарыбыҙ менән әсәйемдең тыуған ауылына килеп төшәбеҙ. Кемдер бер, кемдер өс айға килә. Үҙ ара тәүҙә күберәк русса аралашабыҙ. Әммә өләсәй менән һөйләшкәндә, табын артында барыһы ла башҡортсаға күсә. Сөнки өләсәйем тылсымлы башҡорт һүҙҙәрен әйтә һәм беҙ, кескәй ҡунаҡтар өйҙә урынлаштырылған тәртипте ҡабул итәбеҙ, хужабикәгә, уның һый-хөрмәтенә рәхмәтебеҙе барыбыҙҙың туған теленә күсеү менән белдерә. Кире ҡалаға юлланғанда "башҡортсабыҙ" нығый беҙҙең.
Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә генә, һинең телеңдә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә татыным, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Ата-әсәйемдәр менән сит илдәрҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойола. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул ҡәҙәрем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан!
Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем, тыуған телем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!

Башҡортостаным-минең тыуған ерем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә
Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.

Эсәр һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауаларыбыҙҙы бысратмаҫҡа, урмандарыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа мин вәғәҙә бирәм! Гел генә һине яҡлап, һаҡлап торасаҡмын! Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ерҙәр ҙә юҡ! Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем! Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк, гүзәл республикам!
Имашева Камилла,
7 а класс уҡыусыһы, 94-се лицей.
Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.

Тәбиғәт – ул кешенең берҙән-бер йәшәү мөхите. Әлбиттә, кеше уны ҡарарға, һаҡларға, яҡларға тейеш. Элек кешеләр тәбиғәткә, уларҙы уратып алған мөхиткә бик һаҡсыл ҡарағандар, тәбиғәт закондарына буйһоноп, уның менән бер бөтөн булып йәшәгәндәр. Үҙҙәрен тәбиғәт балалары тип һанағандар. Бөгөнгө көндә тәбиғәткә бындай хөрмәттең эҙе лә ҡалмаған кеүек.

Хәҙер халыҡ тарафынан тәбиғәт ресурстары әүҙем ҡулланыла, атмосфера аяуһыҙ бысратыла. Быларҙың бөтәһе лә кешене төр булараҡ үрсеүен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Нимә булды һуң беҙҙең менән, кешеләр, ниңә кешелек шундай түбәнселеккә төштө?!

Был бик ҡыйын һорау? Уға әле теүәл һәм аныҡ ҡына яуап юҡ. Күп кешеләрҙең хәҙер аңдары, тормошҡа ҡараштары элекке кешеләрҙекенән ныҡ айырыла. "Тормоштан бөтәһен дә алып ҡалырға" принцибынан сығып, аяуһыҙ тәбиғәт ресурстарын файҙаланалар. Икенсе төрлө әйткәндә, тәбиғәт байлығын оятһыҙ урлайҙар. Шуның менән кешелек йөҙҙәрен дә юғалталар.

Әгәр ҙә ошо юл менән барыуҙы дауам итһәк, яҡын киләсәктә кешелекте физик деградация һис шикһеҙ көтә, шунан инде – рухи деградацияға ла алыҫ ҡалмай. Быларҙың бөтәһе Ер шарындағы кешелек цивилизацияһын юҡҡа сығарасаҡ. Шулай уҡ цивилизацияның аҙағы ла данлыҡлы булмаясаҡ, тип фаразлай алабыҙ.

Быны булдырмау өсөн, тәбиғи ресурстар сикһеҙ булмауын аңлап, һәр кеше был ерҙә үҙ урынын белергә, бурыстарын үтәргә, тәбиғәт ресурстарын аңлы ҡулланырға тейеш.

Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, был планета беҙҙең тыуған өйөбөҙ, ул беҙгә йәшәү өсөн барыһын да бирә.

Кеше XXI быуатта фәнни-техник революция тәбиғәткә төҙәтелмәҫлек зыян килтергәнен аңлай, хатаһын төҙәтергә тырыша. Энергияның яңы сығанаҡтарын эҙләй: ҡояш, ел, һыу энергияһы.

Бер нисә йыл элек юғалып барған үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы, ҡоштарҙы, һ.б. "Ҡыҙыл" китапҡа керетеп, уларҙы үрсетеү юлдарын ғына эҙләһәләр, бөгөн ғалимдар бының менән генә сикләнергә ярамағанлығын аңламайҙар һәм бик күп эштәр башҡарып, күп кенә үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың, ҡоштарҙың төрөн кире тергеҙҙеләр.

Һуңғы йылдарҙа экологтарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, атмосферала углекислый газ күберәк, ер шарының йәшел ябыуы ныҡ кәмегән. Көн һайын тигәндәй теле-радио тапшырыуҙарынан, газета-журналдарҙы ҡайҙалыр хайуандар – ҡоштар төтөн еҫенә тонсоғалар, йәки океанда танкер нефть түгеү сәбәпле, бар тереклек үлгән. Һанап китһәң, бик күп. Әлбиттә, тәбиғәт кешелекте уятырға теләй, ҡайһы ерҙә эҫелектән сыҙай алмаһалар, быйылғы ямғырҙарҙан зыян күрмәгән кеше ҡалмағандыр. Ошо тәбиғәттең беҙҙе иҫкәртеүе түгелме икән?!

Тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы бөтөн кешелектең ихтияжына ярашлы берҙәм халыҡ-ара кимәлдә алып барылырға тейеш, тип уйлайым мин.

Мәктәптәрҙә экология предметын индерҙеләр. Был дәрестә беҙ тирә-яҡ, ундағы балансты емереү, ә төҙәтеүе ауыр булыуы хаҡында һөйләшәбеҙ. Тәбиғәт үҙен үҙе лә төҙәтә, ләкин был процесс бик оҙаҡ бара. Һәр кеше үҙ йортонда, яҡын тирәләге урманда, яланда тәбиғәтте һаҡлау………………………..

Беҙҙең быуын киләсәккә таҙа, бай планета ҡалдырырға тейеш! Был планетала кешелек һәр саҡ бәхетле булырға тейеш.

Азалина Мөхтәбәрова,
5а класс уҡыусыһы, 94-се лицей.
Башҡортостан –минең бишегем

Башҡортостан – минең бишегем...
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.

Башҡортостан – минең тыуған илем. Ҡобайырҙарҙа данланған, йырҙарҙа йырланған гүзәл ерем. Шағирҙар әйтмешләй һин бит – әүлиәләр иле, Урал йөрәге, арыҫландар төйәге, гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан... Уйлап ҡараһаң, һәр сағыштырыу урынлы, береһе лә артыҡ түгел.

Даның, һинең Башҡортостан бар донъяға таралған. Кемдәр генә башҡорт балын, солоҡсолоҡ шөгөлөн, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе, Шихан тауҙарын, ҡырлы ҡурайҙы, Әүлиә шишмәһен уникаль күренеш түгел тип әйтә ата? Кемдең ишеткәне, йә булмаһа бер генә тапҡыр күргәне бар: "Был бит торғаны мөгжизә!" – тип таң ҡала. Ә халҡы һуң, ниндәй билдәле – Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, М. Шайморатов, Ҡаһым түрә һәм "Төньяҡ амурҙары", һәр береһе тере легенда! Күпме йырсы, бейеүсе, спортсыларың һинең даныңды көндән-көн арттыра, бөтә ер шарына таныта. Һанап бөткөһөҙ!

Ысынлап та, Башҡортостан тиңе булмаған изге төйәк. Бының сере ниҙә икән? Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсина:

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем, - тип яҙған үҙенең бер шиғырында. Әйе, кеше ғүмере сәңгелдәктән, әсәнең бишек йырынан башлана. Беҙҙең өсөн Башҡортостан - бишек. Ябай ғына түгел – йырлы бишек, моңло бишек, изге бишек. Башҡортостан, беҙҙең – йыһанға тәү ауаз һалған ер, бишектән төшөп алпан-толпан атлап киткән ер... Һиндә ҡанат нығытып, көс туплап, бейектәрҙә талпынғанда, фатихаһыңды биреп ҙур юлдарға оҙатып ҡалаһың.

Башҡортостан – баш илем, изге ерем, тыуған тупрағым! Рәхмәттәремдең иң ҙурыһы һиңә генә һәм теләктәремдең иң изгеһе һинең өсөн. Зәңгәр күгең һәр саҡ аяҙ булһын, ил эсендә татыулыҡ булһын, ул-ҡыҙҙарың һине данлап торһон! Мәңге йәшә, сәскә ат – Башҡортостаным.

Made on
Tilda