Мәктәбемдең тәҙрәһенән
Нур бөркөлгән кеүек тойола.
Әйтерһеңдә, тәүге уҡытыусым
Беҙҙе һағынып унда бойоға.
Күңелемә килгән шиғыр юлдарын аҡ ҡағыҙ битенә яҙып ҡуйҙым да, тәҙрәнән урамға ҡарап уйға ҡалдым… Ябалаҡлап ҡына яуған ҡар бөртөктәре ерҙе аҡлыҡҡа күмә. Күңел үҙенән үҙе бер аҙ моңһоу ҙа булған, бер аҙ төштө лә хәтерләткән хәтирәләр тулҡынында йөҙә...
Эх, был ғүмер тигәнең! Әле яңы ғына әсәйем тегеп биргән ап-аҡ алъяпҡысымды кейеп, ике яҡҡа үреп һалған сәсемә - ап-аҡ таҫмалар тағып, шатлығымдан осоп - ҡунып, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан инем. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәйбеҙ, бер ниндәй психологтар тестар ҙа үткәрмәгән, бер ниндәй логопедттарға ла йөрөмәгән ябай ауыл балалары.
Ғилем тигән оло диңгеҙгә, белем корабына ултыртып алып кереүсе беренсе уҡытыусым –Сафина Миләүшә апайҙы күҙ алдына баҫтырам. Иҫ киткес сихри көскә эйә булған икән беренсе уҡытыусым!
Ә ул үткәргән дәрестәрҙе иҫкә алһаң! Уҡытыусыбыҙ беҙҙе әкиәт геройҙары менән бейек тауҙарға мендерҙе, Дейеү пәрейҙәре менән көрәштерҙе, Yгәй ҡыҙҙы ҡыҙғандырып ҡайнар йәштәребеҙҙе түктерҙе, халҡыбыҙ шағирҙарының шиғырҙарын уҡып, тыуған халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерттерҙе. Уның хистәргә бирелеп , өҙөлөп- өҙөлөп шиғыр юлдарын уҡыған ваҡытта тыуҙымы икән миндә уҡытыусы булыу теләге? Әллә беренсе класҡа килгәндә унынсы синыф уҡыусыһының елкәһенә ултырып, беренсе ҡыңғырау шылтыратҡанда тормош юлымды мәктәп менән бәйләйәсәгемде уйланыммы икән, белмәйем. Ләкин «һә» тигәнсе, 10 йылдан артыҡ ғүмер үтеп тә киткән.
Мин - уҡытыусы… Уйҙарыма сумам… Ни өсөн һуң әле мин уҡытыусы һөнәрен һайланым? Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға ингәс, факультетыбыҙ деканы Булат Бакиевичтың: «Тыуған илен, халҡын,телен яратҡан һәм ихтирам иткән уҡыусылар ғына беҙҙә уҡый ала, үҙегеҙҙең өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алғанығыҙҙы онотмағыҙ! » - тигән һүҙҙәре иҫтә уйылып ҡалған.Ул ваҡытта мин «яуаплылыҡ» тигән төшөнсәне аңланыммы икән һуң? Моғайын, юҡтыр, ҡулыма диплом алып, эшләйем тип, мәктәп тупһаһын беренсе тапҡыр атлап үткәндә, сит кеше балаларының ап-аҡ ҡағыҙҙай күңелдәренә ер йөҙөндә булған иң-иң яҡшы сифаттарҙы ғына һалырға тейешлегемде тулыһынса аңлап та бөтөрмәгәнмендер әле мин.
Яңы ғына эшләй башлаған йылдарымды иҫкә төшөрәм. Йәш саҡ, дәртләнеп эшкә сумдым. Күптә үтмәй районға - Павловка мәктәбенә күсеп килергә тура килде. Минең тәүге үкенестәрем, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүем дә ошонда булғандыр инде. Ул ваҡытта әле кластар бүленмәй, тотош класс менән эшләйбеҙ. Бөйөк башҡорт теле, башҡортлоҡ тигән минең өсөн изге булған төшөнсәләр ҙә ошонда тәүге ҡаршы фекерҙәр, ҡараштар менән бәрелеште. Ҡайһы бер юғары белемле белгестәрҙең: "Һеҙҙең юҡҡа ла ярамаған башҡорт телегеҙ ниңә кәрәк?" – тигән мәғәнәһеҙ бирелгән һорауын ишеткәс, мин хатта аптырап ҡалған инем.
Хәҙер килеп, үҙем башҡарған эшемдең ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен йылдар үткән һайын төшөнә барам һәм хайран ҡалам… Күпме тапҡырҙар, арыуымдың сигенә етеп: « Бөтәһендә ташлайым!»- тип, мәктәбемдең ишеген кире асып инмәҫкә һүҙ биреп,ҡайтып киткәнем булды. Ҡыҙымдың:«Әсәкәйем, бөгөн иртәрәк ҡайт!»- тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, йырып сыҡҡыһыҙ тикшерелмәгән дәфтәрҙәрҙе йөкмәп, өйөмә юлланғанда,директорҙың саҡырып килтереп: «Гөлназ Равиловна, шунса сәғәткә, шул урынға барып етергә кәрәк, йыйылыш була, тегендә отчёт һорайҙар» - тип бойороҡ тотторғанда, «бөгөн иртәрәк ҡайтайым, ғаиләмде тәмле аш менән һыйлайым»-тип уйлап сыҡҡан уйҙарым бер минут эсендә таралып бөткәндә, иртә таң менән һинең эшкә килгәнеңде көтөп торған әсәйҙең: «Беҙ рустар,беҙ башҡортса өйрәнергә теләмәйбеҙ!»-тип ҡысҡырғандан һуң барлыҡҡа килгән - уйҙар был.
Мәктәп ишеген ҡабаттан асып керергә ниндәйҙер көс мәжбүр итә. Ул илаһи көстөң исеме – мөхәббәт икән дә баһа. Уҡыусыларыма, уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт!
Беренсе уҡытыусымдың беҙгә- уҡыусыларына ҡарата булған мөхәббәте тәъҫир иткән бит минең уҡытыусы булыуыма! Мәктәп йылдарының яҡты хәтирәһе йәнемде йылытып ебәрә. Һәм мин һәр кем өсөн тәүге уҡыу йорто булған мәктәптең кеше тормошонда ни тиклем мөһим урын тотҡанлығына йәнә бер тапҡыр ышанам. Мин уҡытҡан балалар ҙа баласаҡ йылдарын,мәктәптә уҡыған саҡтарын бары яҡшы яҡтан ғына иҫкә алһындар өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешмен тип үҙ- үҙемә һүҙ бирәм.
Көндәр, йылдар үтә, сәғәт телдәре кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ һәр бер минутын һанай. Бына бөгөн дә ҡаты һыуыҡтарҙан һуң, күңелдәрҙе елкендереп, ҡышҡы ҡояштың һаранланып ҡына һипкән нурҙары яҡтылығында емелдәп, береһен- береһе уҙыша- уҙыша, сихри ҡар бөртөктәре юлыма төшә, мәктәбемә эшкә ашығам, юлымда осраған уҡыусыларымдың «Һаумыһығыҙ", тигән һүҙҙәрен ишеткәс, бөтә донъя мәшәҡәттәре, борсолоуҙарым онотола төҫлө.
Ғәләм ҡояшы менән яҡты, ә кеше белеме менән күркәм, көслө була. Шуға күрә лә кешеләрҙе белемле итеүсе уҡытыусы һөнәре – ер йөҙөндәге иң гүзәл һөнәрҙәрҙең береһе тип һанайым.
Бик йыш ҡына, коллегаларым араһында, уҡытыусы һөнәренең бәҫе төшөүе, «төшөмһөҙ, ауыр, тынғыһыҙ эш» тигән фекерҙәр ишетергә тура килә.Шул ваҡыт әсәйем күҙ алдыма килеп баҫа.Биш балалы бәләкәй генә кәүҙәле ҡатын ауырлыҡтарға нисек түҙҙе икән, тип уйлайым. Иртән эшкә киткәнсе мал-тыуары ҡаралған, өйө йыйыштырылған, хуш еҫле икмәге мейестән сығарылып, өҫтәл өҫтөнә бөхтә итеп теҙелгән, ҡәйнәһе тәмле сәй менән һыйланған булған уның. Үҙе кескәй генә килеш атайһыҙ ҡалып етем үҫкән.
Тырыш, түҙемле булғанына күрә лә «Хеҙмәт геройы»тигән исемгә лайыҡ булғандыр ул. Ауылдаштары бик яраталар әсәйемде, йыш ҡына ҡунаҡҡа киләләр, рәхмәт әйтеп сыға улар.
Уҡытыусы өсөн һәр саҡ кәрәк сифаттар: түҙемле, сабыр, йор һүҙле булырға, үҙ һүҙеңде әйтә белергә, ҡуйған маҡсатыңа ирешергә мин әсәйемдән, миңә ҡәҙерле булған туғандарымдан өйрәнгәнмендер. «Әкиәт һөйлә әле бабай!»- тип артынан йөрөүсе бер көтөү бала- сағанан төрлө таҡмаҡтар сығарып, ҡыҙыҡ һүҙҙәр әйтеп ҡотолоусы олатайым, гел бәйеттәр йырлап йөрөүсе өләсәйем онотолмай. Ҡайһы ваҡытта, бигерәк тә уйланып бөтөлмәгән бойроҡтар килгәндә, күрше әбейемде иҫкә төшөрәм. Биш йыллыҡ планды үтәү өсөн «ерҙе һөрөргә», тигән бойороҡ килә. Кибеп бөтмәгән, урыны менән ҡар ҙа иреп бөтмәгән була.Эш барышын тикшерергә райондан тикшереүсе лә килә. Аптырашта ҡалған колхоз рәйесе уларҙы тракторға ултыртып ебәрергә була.Тауҙың яртыһына еткәс, әбейемдең тракторы туҡтап ҡала. Әбейем аптырап ҡалмай, тракторынан һикереп төшә лә сыбыҡ алып тимер атты туҡмай башлай. Үҙе ныҡ ҡына ҡысҡыра икән: « Әйҙә, инде, эшлә инде, райком ағай ерҙе һөрөргә, план үтәргә ҡуша бит». Шунан тикшереүсе шыпырт ҡына ауылдан китеп барған икән, ти.
Бөгөнгө заманда, бәғзеләрҙең: «Башҡорт теле кәрәкмәй!», - тип саң һуҡҡанда, айырыуса ҙур сабырлыҡ, түҙемлек һәм тырышлыҡ талап итә шул һөнәрем. Шуға күрә лә һәр ваҡыт белемемде арттырырға, тормош яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа тырышам.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, белем биреү генә түгел, милләткә мөхәббәт, мең йыллыҡ тарихы булған башҡорт халҡы менән ғорурланыу хисе тәрбиәләргә тейеш мин. Ул ғына ла түгел, үҙ фекере булған, әхләҡи яҡтан ныҡ, тәртипле ата - әсәй булырҙай кешеләр үҫтерергә өлөш кертергә тейеш - уҡытыусы ла.
Уҡыусыма үҙен шәхес итеп тойҙороу, ул эшләрҙәй эште, бер кем дә унан башҡа яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү - эшемдең төп асылы. Минең уйымса, уҡытыусы, уҡыусыһының яҡын дуҫы булырға тейеш, уның менән бергә шатланһын ул, бергә ҡайғырһын, бәхәсләшһен, бергә театрға ла барһын, бергә ултырып сәйен дә эсһен. Уҡыусы шәхесен хөрмәт иткән уҡытыусыны һәр ваҡыт яраталар.
Ҙур йортто күтәргәндә, ныҡ ултырһын өсөн нигеҙен тәрәнгәрәк соҡоп, ташын, ҡомон йәлләмәйҙәр, матур, төҙөк булһын өсөн бүрәнәләрҙе шымарталар, көйләйҙәр.Ул сағында бөтәһен дә хайран ҡалдырырлыҡ, бик күп көс түгелгән өй балҡып ултырасаҡ. Бала күңеле лә, теҙеп һалынған нигеҙ ташы кеүек: ҡомон аҙыраҡ ҡуштыңмы, нигеҙеңдең ҡыйшайыуын көт тә тор… Yҙемдең эш тәжрибәһенән сығып яһалған был раҫлауҙарымдың дөрөҫлөгөнә эшләй - эшләй инана ғына барам. Yҙем һайлаған хеҙмәт юлында дөрөҫ һәм нәтижәле эшләүем, миңә киләсәктә лә көс, дәрт өҫтәй, башҡорт теленең киләсәге барлығына өмөтөмде һүндермәйсә йәшәргә дарман бирә.
Яратам мин эшемде, «Әгәр яңынан йәшәй башлаһаң, ниндәй һөнәр һайлар инең?»,- тип һораһалар, «Ун ғүмерем булһа, уныһын да ошо борсоулы ла, ҡатлаулы ла, ләкин ҡыҙыҡлы, урыныңда тик тормайса һәр саҡ үҫешкә этәрә торған хеҙмәтте һайлар инем»,- тип яуап бирер инем.