Тема: А.Йәғәфәрова "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар"Маҡсат: 1. А.Йәғәфәрованың биографияһы менән таныштырыу.
2. Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү;
3. А.Йәғәфәрова "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар әҫәре менән танышыу;
4. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея – тематикаһын асыҡлау, образдарға характеристика биреү;
5. Дуҫлыҡ тураһында төшөнсә алыу;
6. Дуҫлыҡта тоғролоҡ, кешелеклелек, тырышлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеү.
7. Һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;
8. Әкиәтте тейешле хис-тойғолар менән тасуири уҡырға өйрәтеү;
9. Уҡыусыларҙа кешелеклек, бер-береңә ихтирам тойғоһо, әҙәплек сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор.
Дәрес барышы. 1. Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ, балалар. Ултырығыҙ. Хәйерле иртә, уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Балалар, бөгөн һеҙҙең дәресте мин Гөлназ Рауил ҡыҙы алып барасаҡмын. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ тип ышанам.
Уҡытыусы. Бөгөн көн ниндәй?
Уҡыусылар. Бөгөн көн аяҙ, һалҡын.
Уҡытыусы. Аҙнаның ниндәй көнө?
Уҡыусылар. Шаршамбы. 2. Артикуляцион күнегеү. ( уҡытыусы уҡый, балалар уҡый, хор)
Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Дуҫлыҡта – көс. 3. Мәҡәлдәр менән эшләү. (тәржемә эше, мәғәнәләрен асыҡлайбыҙ)
Балалар, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Эйе, бөгөн беҙ Айһылыу Йәғәфәрованың "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" әкиәте менән танышасаҡбыҙ.
4. Балалар, эш дәфтәрҙәрҙәрен асып бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ..
Эш дәфтәрҙәрендә бирелгән таблицаны тиҙ генә тултырып алайыҡ.
5. Һүҙлек эше. (текст менән эшләгәндә ошо һүҙҙәр менән йыш ҡулланасаҡбыҙ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә хор менән уҡып сығайыҡ... Тәржемә итәйек)
Дуҫлыҡ
Дуҫ
Һөжүм
Ҡуян
Терпе
Шаярмайҙар
Шаяртыу
Әйҙәгеҙ, ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөп алайыҡ. Өс һүҙбәйләнеште таҡтаға яҙабыҙ.
6. Кем ул Айһылыу Йәғәфәрова?
Һөйләргә.
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт.
Уҡыусыларға һорауҙар.
Найти вк ееАйһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә
Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуа. Тиҫтәләгән китап авторы. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Муйынса» тип аталып, 1972 йылда донъя күрҙе. Айһылыу Йәғәфәрова Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт һәм аткаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. 1989 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы
Текст өҫтөндә эш. - Уҡыусылар, китаптарығыҙҙың 54- се битен асып, 20-се күнегеүҙе табығыҙ, ютуб каналынан хәҙер ошо әкиәтте ҡарап үтәйек. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп барығыҙ.
- Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар.
Һорауҙар. Уҡыусылар һеҙҙең уйлауығыҙса ҡуян менән терпе нҙидәй дустар? Һеҙ ҡуян менән дуҫ булырға теләр инегеҙме? Ә терпе менән?Эшләп арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ. Физминутка.Төркөмдәрҙә эш. Тест. 1. Әкиәттең авторы кем? а) М. Кәрим б) А. Йәғәфәрова в) З. Биишева2. Әкиәттең геройҙарын тап. а) бүре, ҡуян б) бесәй, терпе в) ҡуян, терпе3. Әкиәт нимә тураһында а) ғаилә б) дуҫлыҡв) мәктәп4. Терпе н индәй дуҫ? а) ышаныслы, тоғро б) алдаҡсы, ярҙамсыл в) маҡтансыҡ, ҡыйыу5. Ҡуян ниндәй дуҫ? а) тоғро, ҡыйыу б) шаян, матур в) ышанысһыҙӘңгәмә.Нимә ул дуҫлыҡ? Һеҙҙең ниндәй дуҫтарығыҙ бар? Дуҫтар ниндәй булырға тейеш? Өйгә эш.1. Тексты уҡырға. 2. Видео төшөрөп килтерегә. 3. Һүрәт төшөрөргә.Йомғаҡлау.Ә Хәҙер эш дәфтәрҙәрегеҙҙәге таблицаға ҡайтайыҡ. № Һорауҙар Дәрес башында Дәрес аҙағында 1 Кем ул А. Йәғәфәрова? 2 "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" әкиәтен беләһегеҙме? 3 Дуҫлыҡ тураһында нисә мәҡәл беләһегеҙ?